ҮРНӘК, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Әбеш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 48 км һәм Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнб. табан 105 км алыҫлыҡта, Шайтантау заказнигы терр‑яһында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. – 142 кеше; 1959 – 84; 1989 – 146; 2002 – 169 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 20 б. 20-се йй. Йылайыр кантоны терр‑яһында нигеҙ һалына. Ф.Ф.Аҡбулатова ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Яндекс.Метрика