ҮРНӘК, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Үрнәк а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.-Көнс. 15 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 82 км алыҫлыҡта Сәғәҙи й. (Сәрмәсән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 474 кеше; 1959 — 857; 1989 — 891; 2002 — 830; 2010 — 665 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 20 б. 20‑се йй. Бәләбәй кантоны терр‑яһында нигеҙ һалына. 50‑се йй. Ү. 1719 й. алып билдәле булған Ҡаракөсөк а. (Ш.Ш.Кирәев, М.Н.Нәзиров, И.Ә.Әхиәруллиндың тыуған ауылы) м‑н ҡушылған. З.В.Кәримов, Й.Й.Мәзитов, Ә.Ғ.Хәсәнов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.