ҮРНӘК, Миәкә р‑нындағы ауыл, Миәкәбаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 8 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнс. табан 51 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. – 219 кеше; 1959 – 175; 1989 – 101; 2002 – 112 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Халҡы “Р.Ғ.Аҡтуғанов” крәҫтиән (фермер) хужалығында эшләй. Башланғыс мәктәп, клуб бар.

Ауылға 20 б. 20‑се йй. Бәләбәй кантоны терр‑яһында артель булараҡ нигеҙ һалына. 1925 й. 21 йорт иҫәпкә алынған. 30‑сы йй. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Яндекс.Метрика