ҮРНӘК, Илеш р‑нындағы ауыл, Дөмәй а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 29 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 94 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 60 кеше; 1939 — 440; 1959 — 375; 1989 — 172; 2002 — 141; 2010 — 119 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 1917 й. һәм 1920 й. араһында Бәләбәй өйәҙендә ш. уҡ өйәҙҙең Иҫке Дөмәй а. (хәҙ. Дөмәй а.) кешеләре Үрнәк ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һала. 30‑сы йй. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов