ҮРМӘТ, Илеш р‑нындағы ауыл, Үрмәт а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 18 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 103 км алыҫлыҡта Үрмәтйылға й. (Баҙы й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 1743 кеше; 1920 – 2211; 1939 – 1587; 1959 – 943; 1989 – 808; 2002 – 723 кеше. Башҡорттар йәшәй. Ү. – “Үрмәт” ЯСЙ‑ның үҙәк усадьбаһы. Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана  бар.

Ауылға 1740 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Ҡазан даруғаһы Ҡырғыҙ улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәш башҡорттар һәм типтәрҙәр нигеҙ һала. 1795 й. 59 йортта 346 кеше йәшәгән, 1865 й. 210 йортта – 1184 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, ел һәм 2 һыу тирмәне, 10 кибет булған. 1906 й. 3 мәсет, тимерлек, 4 бакалея кибете, 2 иген ҡабул итеү пункты, мөгәзәй теркәлгән; йәрминкәләр үткәрелгән. Р.Хәйри, Ф.С.Хәзиәхмәтов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Яндекс.Метрика