ҮРМӘКӘЙ, Туймазы р-нындағы ауыл, Сәйрән а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 44 км һәм Ҡандра т. юл ст. Көнс. табан 14 км алыҫлыҡта Нөгөш й. (Өҫән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 849 кеше; 1920 – 949; 1939 – 844; 1959 – 541; 1989 – 307; 2002 – 290 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй. Ү. – “Нөгөш” АХПК‑ның үҙәк усадьбаһы. Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана  бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы өйәҙе Ҡаңлы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1710 й. алып Ҡырҡынлы исеме м-н билдәле, һуңыраҡ исеме Ү. (аҫаба башҡорт Үрмәкәй Көнгилдин исеменән) үҙгәртелә. 1714 й., 1771 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында типтәрҙәр күсеп ултыра. 1795 й. 20 йортта 118 кеше йәшәгән (башҡа мәғлүмәттәр б-са, 142 кеше), 1865 й. 75 йортта – 414 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Яндекс.Метрика