ҮРЕШ-БИТУЛЛА, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Үреш‑Битулла а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 50 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 113 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 158 кеше; 1920 – 453; 1939 – 484; 1959 – 439; 1989 – 217; 2002 – 157 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй. Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Бөрө өйәҙе Йәлдәк улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, Үреш исеме м‑н 1795 й. алып билдәле (28 йортта 177 кеше йәшәгән; ш. уҡ керҙәш башҡорттар һәм мишәрҙәр иҫәпкә алынған). Шулай уҡ Битүк исеме м‑н билдәле булған. 1865 й. (хәҙ. исемдә) 35 йортта 131 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет, бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Яндекс.Метрика