ҮРГЕ ЯНАҠТАЙ, Балтас р‑нындағы ауыл, Үрге Янаҡтай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 6 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 76 км алыҫлыҡта Ҡарыш й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 267 кеше; 1920 – 234; 1939 – 253; 1959 – 266; 1989 – 180; 2002 – 201; 2010 – 171 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға Себер даруғаһы Унлар улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1683 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Түләбай исеме м‑н (тәүге төпләнеүсе Түләбай Йәшкилдин исеменән) мариҙар нигеҙ һала. 19 б. уртаһына тиклем Мәмәтәй а. (Түб. Янаҡтай) м‑н бергә Янаҡтай исеме м-н иҫәпкә алынған (1748 й. 49 ир‑ат иҫәпкә алынған). 1865 й. Үрге Янаҡтайҙа (Түләбайҙа) 29 йортта 152 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған.

Я.Н.Мөниров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Яндекс.Метрика