ҮРГЕ ЯЙЫҠБАЙ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Ниғәмәт а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 36 км һәм Сибай т. юл ст. Көнб. табан 81 км алыҫлыҡта Амандыҡ й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 862 кеше; 1920 — 496; 1939 — 159; 1959 — 269; 1989 — 339; 2002 — 431; 2010 — 390 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ниғәмәт урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1786 й. алып Яйыҡбай (йорт старшинаһы Яйыҡбай Мырҙаҡов исеменән) исеме м‑н билдәле. Шулай уҡ Нуғай исеме (“нуғай” антропонимынан йәки этнонимынан, ҡара: “Бөрйән”) м‑н теркәлгән. 1920 й. тиклем Түб. Яйыҡбай а. м‑н бергә иҫәпкә алынған: 1795 й. 35 йортта 203 кеше йәшәгән, 1866 й. 108 йортта — 748 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 й. ш. уҡ һыу тирмәне теркәлгән. 20‑се йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә.

Р.И.Үтәғолов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018