ҮРГЕ ЮЛДАШ, Ю л д а ш, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Ергән а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 43 км һәм Салауат т. юл ст. К.‑Көнс. табан 10 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 254 кеше; 1920 — 311; 1939 — 522; 1959 — 450; 1989 — 291; 2002 — 354; 2010 — 392 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ергән урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто бар.

Ауылға 19 б. Стәрлетамаҡ өйәҙе Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һалған, тип фараз ителә. 1865 й. Юлдаш исеме м‑н иҫәпкә алынған, 42 йортта 196 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, сана һәм арба яһау, ылаусылыҡ м-н шөғөлләнгәндәр. Шулай уҡ 2‑се Юлдаш булараҡ теркәлгән. 20‑се йй. башынан хәҙ. исемен йөрөтә. 1906 й. Ағиҙел й. аша борам м‑н сығыу урыны булған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.