ҮРГЕ ЭТҠОЛ, Этҡол, Ишембай р-нындағы ауыл, Этҡол а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 23 км һәм Салауат т. юл ст. Көнс. табан 41 км алыҫлыҡта Һәләүек й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 959 кеше; 1920 – 464; 1939 – 612; 1959 – 1001; 1989 – 770; 2002 – 879; 2010 – 888 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Этҡол исеме м‑н (тәүге төпләнеүсенең исеменән, уның улы Сәфәрғәле Этҡолов билдәле) нигеҙ һала. 1795 й. 68 йортта 358 кеше йәшәгән, 1865 й. 119 йортта – 636 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, арба, сана яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, һыу тирмәне, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән, шөғөлдәр араһында урман кәсептәре булған. 20 б. башында Түбәнге Этҡол бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала, 60‑сы йй. улар бергә ҡушыла. Ә.Н.Аҡбутина, Ғ.М.Арыҫланов, Д.Ғ.Арыҫланова, М.С.Ғәйнетдинов, Р.С.Юлмөхәмәтов ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров, Ғ.И.Яҡупов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Яндекс.Метрика