ҮРГЕ ЫРНЫҠШЫ, Яңы Ирныҡшы, Архангел р‑нындағы ауыл, Абҙан а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 10 км һәм Приуралье т. юл ст. К.‑Көнб. табан 19 км алыҫлыҡта, Өфө–Инйәр–Белорет автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. – 513 кеше; 1959 – 370; 1989 – 87; 2002 – 102; 2010 – 75 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға 20 б. 20-се йй. Өфө кантоны терр‑яһында Ырныҡшы а. кешеләре Мулюкин, Погорелов, Чернейкин, Юрин утарҙарын (Ырныҡшы утарҙары) берләштереү юлы м‑н нигеҙ һала. 1925 й. 17 йорт иҫәпкә алынған. 30‑сы йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Яндекс.Метрика