ҮРГЕ ШӘКӘР, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл, Һарайҫа а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 27 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 45 км алыҫлыҡта Күндерәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 299 кеше; 1920 — 287; 1939 — 313; 1959 — 293; 1989 — 201; 2002 — 194; 2010 — 168 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Шәкәр исеме (тәүге төпләнеүсенең исеменән, уның улдары Әхмәт һәм Байназар Шәкәровтар билдәле) м‑н нигеҙ һала. 1795 й. 15 йортта 54 кеше йәшәгән, 1865 й. 32 йортта — 196 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, мәктәп булған. 1906 й. ш. уҡ һыу тирмәне теркәлгән. 20 б. 30-се йй. Әлимғужа а. исеме Түб. Шәкәр тип үҙгәртелгәндән һуң, хәҙ. исемен ала. Н.А.Байкова ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.