ҮРГЕ ХӘЖӘТ, Шишмә р‑нындағы ауыл, Шөңгәккүл а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 21 км һәм Шөңгәккүл т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 7 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 152 кеше; 1920 – 140; 1939 – 176; 1959 – 155; 1989 – 107; 2002 – 103; 2010 – 91 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға Нуғай даруғаһы Ҫыбы‑Мең улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1765 й. алып билдәле. 1795 й. Оло Хәжәт булараҡ теркәлгән, 25 йортта 150 кеше йәшәгән, 1865 й. (хәҙ. исемдә) 47 йортта – 242 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1920 й. Үрге Хәжәт (Төрөкмән) исеме м‑н иҫәпкә алынған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Яндекс.Метрика