ҮРГЕ ҮТӘШ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл, Үтәш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 9 км һәм Үңкерҙе т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.‑Көнб. табан 46 км алыҫлыҡта Тәршә й. (Әй й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 465 кеше; 1939 — 321; 1959 — 298; 1989 — 212; 2002 — 266; 2010 — 248 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Түб. Үтәш урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 1906 й. һәм 1913 й. араһында Златоуст өйәҙендә ш. уҡ өйәҙҙең Үтәш а. (хәҙ. Түб. Үтәш а.) кешеләре бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала.

Х.Ғ.Байморатова, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018