ҮРГЕ УҪЫЛЫ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Уҫылы а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 28 км алыҫлыҡта Уҫылы й. (Ҡуғанаҡ й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 905 кеше; 1920 – 283; 1939 – 982; 1959 – 840; 1989 – 682; 2002 – 740; 2010 – 732 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 1712 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Нуғай даруғаһы Бәгәнәш‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Уҫылы исеме м-н яһаҡлы татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән) нигеҙ һала. Шул уҡ даруғаның Тәлтем‑Юрматы улусы башҡорттары м‑н 1757 й. килешеү б‑са бында мишәрҙәр күсеп ултыра. 18 б. аҙ. Уҫылыбаш, Уҫылытамаҡ (хәҙ. Түбәнге Уҫылы а.) аа. барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. 1865 й. 70 йортта 497 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, мәҙрәсә теркәлгән. Р.Ғ.Баһауетдинов ошо ауылда тыуған.

Ю.Ә.Кәримов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Яндекс.Метрика