ҮРГЕ ТРОИЦК, Туймазы р‑нындағы ауыл, Үрге Троицк а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Туймазы т. юл ст. К.‑Көнс. табан 30 км алыҫлыҡта Ҡыҙаш й. (Кама й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 1690 кеше; 1920 – 1929; 1939 – 1854; 1959 – 1166; 1989 – 762; 2002 – 817; 2010 – 816 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Халҡы “Туймазы” ҡошсолоҡ ф‑каһында эшләй. Төп мәктәп (1‑се Серафимовка урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, психоневрология интернаты, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, сиркәү (Троица сиркәүе, 18 б. 2‑се ярт., архитектура мираҫы) бар.

Ауылға 18 б. 60‑сы йй. Үрге Троицк заводы эргәһендәге торама булараҡ нигеҙ һалына. Шулай уҡ Ҡыҙаш исеме м-н билдәле. 1865 й. 285 йортта 1822 кеше йәшәгән. Улус идараһы урынлашҡан, 2 сиркәү, сиркәү‑мәхәллә мәктәбе, буҫтау ф‑каһы булған. 1906 й. 3 сиркәү, 2 класлы министрлыҡ училищеһы, земство мәктәбе, аптекаһы булған земство дауаханаһы, шарап, һыра һәм 6 бакалея кибете теркәлгән; улус идараһы урынлашҡан; йәрминкәләр үткәрелгән. Ауылдан Т.‑Көнс. табан 3 км алыҫлыҡтағы ултыртылған ҡарағастар – тәбиғәт ҡомартҡыһы.

Ш.У.Сәмиғуллина

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Илл.: Туймазы р-ны Үрге Троицк а.

 

Яндекс.Метрика