ҮРГЕ ТӨКӨН, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Ҡамышлы а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 29 км һәм Төкөн т. юл ст. К.‑Көнс. табан 2 км алыҫлыҡта Мәләш иҫке үҙәне һәм Көшкәр күле (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 220 кеше; 1920 – 288; 1939 – 377; 1959 – 333; 1989 – 268; 2002 – 308; 2010 – 240 кеше. Башҡорттар йәшәй ( 2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 18 б. аҙ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Кесе‑Табын улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә, Урта Төкөн бүлендек ауылы булараҡ нигеҙ һалған, тип фараз ителә. 1795 й. (Төкөн, Урта һәм Түб. Төкөн аа. халҡы бергә иҫәпкә алынған) 36 йортта 332 кеше йәшәгән, 1865 й. (хәҙ. исемдә) 34 йортта – 222 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған.

А.Н.Абдуллин, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Яндекс.Метрика