ҮРГЕ ТИРМӘ, Шишмә р‑нындағы ауыл, Йәрми а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Шишмә т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 15 км алыҫлыҡта Ыҫлаҡ й. (Ҡалмаш й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 1154 кеше; 1920 – 1385; 1939 – 856; 1959 – 633; 1989 – 353; 2002 – 356; 2010 – 303 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Ҫыбы‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә [указдар (1736 й. 11 февр.)б‑са ҡаҙнаға тартып алынған] мишәрҙәр нигеҙ һала. 1795 й. Тирмә исеме м‑н 5 ауыл иҫәпкә алынған (Башҡ. Тирмәһе, Үрге һәм Түб. Тирмә, Йәрми һәм Яңы Тирмә), 88 йортта 696 кеше йәшәгән. 1865 й. Мишәр Үрге Тирмәһе булараҡ теркәлгән; 151 йортта – 846 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, балта эше, сабата үреү м-н шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет, һыу тирмәне булған. 1906 й. (хәҙ. исемдә) 3 мәсет, татар училищеһы,һыу тирмәне, мөгәзәй күрһәтелгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика