ҮРГЕ ТИМКӘ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Ҡабаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 20 км һәм Ҡабаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 6 км алыҫлыҡта Иштиле й. (Өршәк й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 571 кеше; 1920 – 784; 1939 – 705; 1959 – 415; 1989 – 185; 2002 – 178; 2010 – 170 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002).

Ауылға 18 б. урт. керҙәшлек килешеүе б‑са Нуғай даруғаһы Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Тимкә исеме м‑н мишәрҙәр нигеҙ һала. 1764 й. бында ш. уҡ шарттарҙа типтәрҙәр килеп ултыра. 1801 й. Яңы Тимкә (Түбәнге Тимкә) бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң Иҫке Тимкә булараҡ теркәлгән. 1865 й. (хәҙ. исемдә) 49 йортта 364 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. ш. уҡ бакалея кибете теркәлгән.

А.Н.Абдуллин, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Яндекс.Метрика