ҮРГЕ ТАШЛЫ, Шаран р‑нындағы ауыл, Түбәнге Ташлы а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 36 км һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 43 км алыҫлыҡта Ташшишмә й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 639 кеше; 1920 – 583; 1939 – 599; 1959 – 514; 1989 – 303; 2002 – 278; 2010 – 248 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002).

Ауылға 1782 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Ҡазан даруғаһы Ҡырғыҙ улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә татарҙар һәм ерһеҙ башҡорттар (һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән) нигеҙ һалған, тип фараз ителә. Һуңыраҡ бында ш. уҡ шарттарҙа яһаҡлы татарҙар килеп ултыра. 1795 й. 23 йортта 130 кеше йәшәгән, 1865 й. 61 йортта – 322 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. мәсет, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Яндекс.Метрика