ҮРГЕ ТАУЛЫҠАЙ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Таулыҡай а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 22 км һәм Сибай т. юл ст. Көнб. табан 67 км алыҫлыҡта Һаҡмар й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 382 кеше; 1920 – 431; 1939 – 464; 1959 – 499; 1989 – 647; 2002 – 677; 2010 – 616 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Верхнеурал өйәҙе Бөрйән улусы Таулыҡай а. (хәҙ. Түбәнге Таулыҡай а.) башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1834 й. алып Әмин исеме м‑н билдәле. 1866 й. 63 йортта 311 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 20 б. 30‑сы йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә. Ауыл эргәһендә Таулыҡай торамаһы һәм Таулыҡай ҡурғандары бар. Ю.И.Ғәйнетдинов, Т.Х.Ишкинин ошо ауылда тыуған.

Р.Ф.Абдуллин, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Яндекс.Метрика