АРХИТЕКТУРА ҠОМАРТҠЫЛАРЫ, билдәле бер тарихи дәүерҙең, уның идеологияһының, архитектура‑төҙөлөш мәҙәниәтенең, йәмғиәттәге соц.‑иҡт. мөнәсәбәттәрҙең матди дәлилдәре булған төҙөлөш сәнғәте әҫәрҙәре (ҡара: Архитектура, Мәҙәни мираҫ объекттары). А.ҡ. дәүләт тарафынан һаҡлана (ҡара: Ғилми‑производство үҙәге, Мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау). А.ҡ. ниндәй ҙә булһа архитектура стиле билдәләренә эйә. Граждан (Белгестәр йорто, Крәҫтиән ер банкыһы, Ногарёв А. йорто һ.б.) һәм культ (кирха, мәсет, синагога, сиркәү) архитектураһы өлгөһө булған айырым биналар м‑н бер рәттән архитектура ансамблдәре һәм комплекстары (ҡара: Каруанһарай) А.ҡ. була ала. Ҡаланы барлыҡҡа килтереүҙә мөһим роль уйнаған А.ҡ. (Үрге Сауҙа майҙаны, Губернатор йорто, Килем һарайы, Костерин П.И. йорто һ.б.) ҡайһы саҡта индустриаль мираҫ ҡомартҡылары (фабрикалар, з‑дтар, күперҙәр, плотиналар; мәҫ., А.Ф.Фон‑Ваканоның һыра ҡайнатыу з‑ды комплексы, хәҙ. Өфө лак‑буяу заводы) м‑н бергә ҡала төҙөлөшө ҡомартҡыларына индерәләр. БР‑ҙа 330‑ҙан ашыу дәүләт һағы аҫтына алынған һәм 600‑ҙән ашыу асыҡланған, әлеге ваҡытта документтарҙа теркәлеү процедураһын үтеүсе А.ҡ. бар (2010).

Әҙәб.: Международная хартия по консервации и реставрации памятников и достопримечательных мест (“Венецианская хартия”) //Реставрация памятников истории и искусства в России в XIX—XX веках. М., 2008.

А.И.Лебедев

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018