ҮРГЕ СИРБАЙ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Күгәрсен а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 36 км һәм Төйлөгән т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 62 км алыҫлыҡта Оло Эйек й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 193 кеше; 1920 — 179; 1939 — 140; 1959 — 168; 1989 — 210; 2002 — 193; 2010 — 188 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 18 б. Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Сирбай булараҡ нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсенең (уның улы Эталмаҫ Сирбаев билдәле) исеме м‑н аталған. 1816 й. һәм 1834 й. араһында ауыл Үрге һәм Түб. Сирбайға бүленгән. Шулай уҡ Үрге Сүребай, Түребай булараҡ теркәлгән. 1866 й. 29 йортта 166 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1900 й. мәсет теркәлгән. И.Ғ.Илешев, Ш.Ғ.Усманов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018