ҮРГЕ СӘРҘЕК, Туймазы р‑нындағы ауыл, Татар‑Олҡан а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 24 км һәм Ҡандра т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 22 км алыҫлыҡта Инеш й. (Өҫән й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 933 кеше; 1920 – 1005; 1939 – 965; 1959 – 637; 1989 – 425; 2002 – 366; 2010 – 406 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп‑балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡыр‑Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә типтәрҙәр нигеҙ һала, 1626 й. алып билдәле. 1753 й., 1795 й. (160 кеше иҫәпкә алынған) керҙәшлек килешеүҙәре б‑са бында яһаҡлы татарҙар, 1834 й. ш. уҡ шарттарҙа – сыуаштар, 1939 й. – хеҙмәтле татарҙар килеп ултырған. 1865 й. 89 йортта 555 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ 2 һыу тирмәне теркәлгән. 

Ш.У.Сәмиғуллин, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Яндекс.Метрика