ҮРГЕ СӘЛИМ, Сәлим, Йылайыр р‑нындағы ауыл, Матрай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 63 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 110 км алыҫлыҡта Быҙаулыҡ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. – 364 кеше; 1939 – 106; 1959 – 219; 1989 – 214; 2002 – 187; 2010 – 174 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Матрай урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

    Ауылға 19 б. аҙағында Орск өйәҙе Түңгәүер улусының Сәлим а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә хәҙ. исемдәге бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала. 3‑сө Бөтә башҡорт ҡоролтайына әҙерләнеү айҡанлы 1917 й. 30‑сы окт. Үрге Сәлимдә Орск өйәҙе башҡ. улус‑ара йыйылышы үтә. 1920 й. Үрге һәм Түбәнге Сәлим (20 б. 60-сы йй. тиклем булған) аа. халҡы бергә иҫәпкә алынған. А.Ш.Ярмуллин, С.Ш.Ярмуллин ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Яндекс.Метрика