ҮРГЕ СӘЙЕТ, Кушнаренко р‑нындағы ауыл, Баҡай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 33 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 91 км алыҫлыҡта Сәрмәсән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 811 кеше; 1920 – 845; 1939 – 581; 1959 – 318; 1989 – 249; 2002 – 253; 2010 – 242 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 18 б. башында Ҡазан даруғаһы Дыуанай улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Сәйет исеме м-н нигеҙ һала. 18 б. 30–40‑сы йй. керҙәшлек килешеүе б‑са бында Пенза һәм Тамбов провинцияларынан яһаҡлы татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән) килеп ултырған. 18 б. урт. Түбәнге Сәйет бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. 18 б. аҙ. ш. уҡ мишәрҙәр иҫәпкә алынған (килешеүҙәр 1816 й., 1818 й., 1825 й. рәсмиләштерелгән). 1795 й. 21 йортта 121 кеше йәшәгән, 1865 й. Ү.С. 88 йортта – 368 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Яндекс.Метрика