ҮРГЕ САТ, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Мәсәғүт а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 43 км алыҫлыҡта Нәнәҙе й. (Гәрә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 557 кеше; 1920 – 554; 1939 – 505; 1959 – 445; 1989 – 243; 2002 – 164; 2010 – 127 кеше. Башҡорттар йәшәй ( 2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәсет бар.

Ауылға 18 б. 2-се ярт. Уҫы даруғаһы Урман‑Гәрәй улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Сат исеме м-н нигеҙ һала. 18 б. аҙ. Түбәнге Сат бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. Шулай уҡ Үрге Сәйет, Егор‑Сат булараҡ теркәлгән. 1795 й. 26 йортта 104 кеше йәшәгән, 1865 й. 64 йортта – 347 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, ылаусылыҡ м-н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. Ф.М.Әминева ошо ауылда тыуған.

Х.Х.Мөҙәрисов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Яндекс.Метрика