ҮРГЕ САНЪЯП, С а н ъ я п, Күгәрсен р-нындағы ауыл, Санъяп а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 37 км һәм Төйлөгән т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 23 км алыҫлыҡта Урманташлы й. (Ташлы й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 421 кеше; 1920 — 456; 1939 — 450; 1959 — 423; 1989 — 233; 2002 — 286; 2010 — 234 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Исем урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар.

Ауылға 18 б. 2-се ярт. Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Санъяп булараҡ нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған (уның улдары Көҫәпҡол һәм Ҡыҙрас Санъяповтар билдәле). 1795 й. 10 йортта 71 кеше йәшәгән, 1866 й. 50 йортта — 237 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 20 б. башында Түб. Санъяп бүлендек ауылы (50‑се йй. тиклем булған) барлыҡҡа килгәндән һуң, хәҙ. исемен ала. В.Ш.Ваһапова ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018