ҮРГЕ ОЛОЙЫЛҒА, Йәрмәкәй р‑нындағы ауыл, Түб. Олойылға а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 7 км һәм Приют т. юл ст. Т‑Көнб. табан 22 км алыҫлыҡта Олойылға й. (Рә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 537 кеше; 1920 — 663; 1939 — 632; 1959 — 381; 1989 — 195; 2002 — 177; 2010 — 182 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 19 б. 2-се ярт. Бәләбәй өйәҙендә ш. уҡ өйәҙҙең Олойылға а. кешеләре бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала. 1896 й. 97 йортта 540 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. грамота мәктәбе, тирмән, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Т.И.Әминев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.