АРХИТЕКТУРА БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ, юғары квалификациялы архитекторҙар һәм техник‑архитекторҙар әҙерләү системаһы. Махсус А.б.б.б. түбәндәге дисциплиналарҙы үҙ эсенә ала: архитектура проектлауы, төҙөлөш механикаһы, архитектура һәм сәнғәт тарихы, һүрәт, скульптура, рәсем сәнғәте. Башҡортостанда юғары квалификациялы архитекторҙар әҙерләү 1971 й., Б.Ғ.Кәлимуллин инициативаһы б‑са ӨНИ‑нең (ҡара: Өфө нефть техник университеты) инженер‑төҙөлөш ф‑тында архитектура каф. ойошторолғандан һуң, башлана. 1976 й. уның нигеҙендә 5 йыл (1988 й. алып 6 йыл) уҡыу ваҡыты м‑н Архитектура бүлеге асыла. ӨДНТУ‑ның архитектура каф. — Халыҡ‑ара архитектура мәктәптәре педагогтары ассоциацияһы (1986 й. алып) һәм Америка ун‑т архитектура мәктәптәре ассоциацияһы (1996 й. алып) ағзаһы. 900‑ҙән ашыу белгес әҙерләнгән (2010). Ун‑т эргәһендә йәш архитектор мәктәбе (1978 й. асылған), “Башҡорт Өйө” төбәк проект мәктәбе [1983 й. Архитекторҙар союзы м‑н берлектә асыла, 1991 й. тиклем эксперименталь балалар архитектура оҫтаханаһы; Халыҡ‑ара студенттар архитектура конкурсы лауреаты (Лондон, 1992), Европа архитектура б‑са белем биреү ассоциацияһы ағзаһы (1993)] эшләй.

Е.И.Донгузова, В.Ф.Сәфәров

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018