ҮРГЕ ҺАҘ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Мәҡсүт а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 41 км һәм Төйлөгән т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 58 км алыҫлыҡта Һаҙ й. (Һаҡмар й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 306 кеше; 1920 – 421; 1939 – 442; 1959 – 412; 1989 – 176; 2002 – 197; 2010 – 179 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 1860 й. Ырымбур өйәҙе Ҡара‑Ҡыпсаҡ улусы Ерекле а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә Бәләкәй Абыҙ исеме м‑н бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала. 1866 й. Бәләкәй Абыҙ а. (Етебүләк, Һаҙ) 159 йортта 704 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет булған. 19 б. аҙ. Түб. Һаҙ бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. 1939 й. Үрге‑Баш‑Һаҙ (248 кеше) һәм Үрге‑Урыҫ Һаҙ (194 кеше), 1959 й. – Үрге Башҡорт Һаҙы (255 кеше) һәм Үрге Урыҫ Һаҙы (157 кеше) аа. теркәлгән; һуңынан был ауылдар бергә иҫәпкә алына. М.В.Зәйнуллин, Ә.М.Мәзитов, И.И.Насипов, С.Р.Сурина ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика