ҮРГЕ МУЙНАҠ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Муйнаҡ а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнc. 28 км һәм Һарыҡташ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 64 км алыҫлыҡта Өҫкәлек й. (Һаҡмар й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 262 кеше; 1920 – 341; 1939 – 368; 1959 – 420; 1989 – 566; 2002 – 549; 2010 – 490 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Үҫәргән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Муйнаҡ исеме м‑н нигеҙ һала, 1761 й. алып (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1707 й. алып) билдәле. Тәүге төпләнеүсе сотник Муйнаҡ Сөләймәнов исеме м-н аталған. 18 б. 2‑се ярт. Түбәнге, Урта, Кесе Муйнаҡ аа. барлыҡҡа килгәндән һуң Оло Муйнаҡ булараҡ теркәлгән. Шулай уҡ Туп Муйнаҡ, Ҡужалған исемдәре м‑н билдәле булған. 1795 й. 10 йортта 172 кеше йәшәгән, 1866 й. 79 йортта – 365 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 й. тирмән теркәлгән. 20 б. башынан хәҙ. исемен йөрөтә.

Д.Ғ.Күскилдин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Яндекс.Метрика