ҮРГЕ МӨРСӘЛӘЙ, Дөмбәй, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Күгәрсен а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 39 км һәм Төйлөгән т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 58 км алыҫлыҡта Оло Эйек й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 140 кеше; 1920 – 125; 1939 – 144; 1959 – 178; 1989 – 93; 2002 – 131; 2010 – 126 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Үрге Сирбай төп мәктәбе филиалы) бар.

Ауылға 19 б. аҙ. Ырымбур өйәҙе Бөрйән улусы Мөрсәләй а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә Үрге Мөрсәләй исеме м‑н бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала. 1900 й. мәсет теркәлгән.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Яндекс.Метрика