ҮРГЕ МӘМБӘТША, Я р ғ а й ы ш, Ейәнсура р-нындағы ауыл, Яңыбай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 109 км һәм Ҡыуандыҡ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т. табан 42 км алыҫлыҡта Ҡоруйыл й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 675 кеше; 1920 — 536; 1939 — 188; 1959 — 174; 1989 — 254; 2002 — 280; 2010 — 265 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Яңыбай урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар.

Ауылға 17 б. 2-се ярт. Нуғай даруғаһы Үҫәргән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Мәмбәтша исеме м‑н нигеҙ һала. 1866 й. 81 йортта 376 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1870—80 йй. нигеҙләнгән Түб. Мәмбәтша бүлендек ауылы 1917 й. тиклем Ү.М. м‑н бергә иҫәпкә алынған; 1900 й. 2 ауылда 2 мәсет, мәҙрәсә, һыу тирмәне теркәлгән. 20‑се йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә.

Д.Ғ.Күскилдин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018