ҮРГЕ МӘМБӘТ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Аҡморон а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 13 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 54 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 200 кеше; 1920 – 379; 1939 – 154; 1959 – 183; 1989 – 145; 2002 – 180; 2010 – 162 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Аҡморон урта мәктәбе филиалы), клуб бар.

 

Ауылға 1816 й. Верхнеурал өйәҙе Бөрйән улусы Мырҙаҡай, Йомаш, Ярат аа. башҡорттары үҙ ерҙәрендә Мәмбәт исеме (тәүге төпләнеүсе Мәмбәт Әбдрәшитов исеменән) м‑н нигеҙ һала. 1866 й. Мәмбәттә (Аҫылда; йорт старшинаһы Аҫыл Һөйөндөков исеменән, тип фараз ителә) 50 йортта – 271 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ һәм игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсетбулған. 1900 й. ҡарата Кесе (Түбәнге) Мәмбәт бүлендек ауылы (20 б. 70‑се йй. тиклем булған) барлыҡҡа килгәндән һуң Оло Мәмбәт булараҡ иҫәпкә алынған, 20‑се йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә. 1931–56 йй. ауылда 46‑сы Баймаҡ йылҡысылыҡ з‑дының бүлексәһе урынлаша. Й.Т.Һөйөндөков ошо ауылда тыуған.

 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

 

 

Яндекс.Метрика