ҮРГЕ МАНШЫР, Илеш р‑нындағы ауыл, Иғмәт а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 21 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 102 км алыҫлыҡта Маншыр й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1213 кеше; 1920 — 1618; 1939 — 1585; 1959 — 1095; 1989 — 572; 2002 — 575; 2010 — 524 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Йәлдәк улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1751 й. алып Маншыр исеме м‑н билдәле. 18 б. 2‑се ярт. Түб. Маншыр бүлендек ауылы (хәҙ. Дүртөйлө р-ны) барлыҡҡа килгәндән һуң, хәҙ. исемен ала. 1783 й. һәм 1795 й. араһында керҙәшлек килешеүе б‑са бында типтәрҙәр килеп ултырған. 1795 й. 33 йортта 206 кеше йәшәгән, 1865 й. 126 йортта — 668 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ ел тирмәне, 2 бакалея кибете, 3 мөгәзәй теркәлгән. М.Ф.Ахунов, Л.Х.Мәрҙәншина, Р.Р.Фәхруллина, А.Р.Хафизов, К.Ш.Әхиәров ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.