ҮРГЕ ЛӘМӘЗ, Төрөкмән, Архангел р‑нындағы ауыл, Инйәр а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 50 км һәм Приуралье т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 56 км алыҫлыҡта Ләмәҙ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 409 кеше; 1920 – 515; 1939 – 691; 1959 – 302; 1989 – 150; 2002 – 139; 2010 – 105 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 18 б. 1‑се ярт. Себер даруғаһы Урман‑Көҙәй улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Төрөкмән (“төрөкмән” этнонимынан, ҡара: Көҙәй) исеме м‑н нигеҙ һала. Шулай уҡ Ләмәҙбаш, Ләмәҙйорт булараҡ билдәле. Башҡорт ихтилалдарын (173540) баҫтырған ваҡытта яндырылған, һуңыраҡ ш. уҡ даруғаның Урман‑Көҙәй улусы Түб. Ләмәҙ а. кешеләре тарафынан тергеҙелгән. 1795 й. 12 йортта 57 кеше йәшәгән, 1865 й. 41 йортта – 266 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет, 2 бакалея кибете теркәлгән; шөғөлдәр араһында ш. уҡ урман кәсептәре билдәләнгән. Ауылдан К.‑Көнс. табан 8 км алыҫлыҡта Заповедный ғибәҙәтханаһы урынлашҡан. Х.Я.Мөлөков ошо ауылда тыуған. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика