ҮРГЕ ЛАСЫНТАУ, Бөрө р‑нындағы ауыл, Үрге Ласынтау а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 27 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 130 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында, Бөрө заказнигы терр‑яһында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 716 кеше; 1920 – 849; 1939 – 675; 1959 – 556; 1989 – 308; 2002 – 285; 2010 – 238 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 1871 й. һәм 1895 й. араһында Бөрө өйәҙе Ҡаңлы улусы Ласынтау а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1896 й. 101 йортта 613 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 3 бакалея кибете, мөгәзәй булған. Сауҙагәр усадьбаһы биналарының комплексы (19 б. аҙ. – 20 б. башы) – архитектура ҡомартҡыһы. З.Н.Нуриев ошо ауылда тыуған.

П.П.Бобровский

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Яндекс.Метрика