ҮРГЕ ҠАСМАШ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл, Түбәнге Ҡасмаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 11 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнб. табан 72 км алыҫлыҡта Ҡасмаш й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 505 кеше; 1920 – 446; 1939 – 404; 1959 – 393; 1989 – 199; 2002 – 169; 2010 – 86 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға керҙәшлек килешеүе б‑са (1789 й. рәсмиләштерелгән) Уҫы өйәҙе Гәрә улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә яһаҡлы мариҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән) Ҡасма(ш) исеме м‑н нигеҙ һала. 19 б. башында Түбәнге Ҡа(о)смаш бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. 1795 й. 141 кеше йәшәгән, 1865 й. 38 йортта – 224 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1906 й. бакалея кибете теркәлгән. 

В.А.Акиев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Яндекс.Метрика