ҮРГЕ ҠАРЫШ, Балтас р‑нындағы ауыл, Үрге Ҡарыш а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 22 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 92 км алыҫлыҡта Ҡарыш й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 1581 кеше; 1920 – 1637; 1939 – 1088; 1959 – 841; 1989 – 553; 2002 – 523; 2010 – 439 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Үрге Ҡарыш урта мәктәбе, балалар өсөн соц. приют, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 1693 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Себер даруғаһы Танып улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә мишәрҙәр Ҡарышбаш исеме м‑н нигеҙ һала. 1702–03 йй. бында ш. уҡ шарттарҙа мишәрҙәрҙең яңы төркөмө килеп ултыра. 1748 й. 35 йортта 141 ир-ат иҫәпкә алынған. 18 б. 2‑се ярт. Түбәнге Ҡарыш а. барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. 1865 й. 190 йортта 1088 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Улус идараһы урынлашҡан; 2 мәсет, мәҙрәсә булған. 1906 й. 2 мәсет, 3 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Батырша,Ф.А.Бәкеров,Т.Ш.Саяпов, Ф.Д.Әхмәрова ошо ауылда тыуған.

Я.Н.Мөниров, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Яндекс.Метрика