ҮРГЕ ҠАРҒАЛЫ, Благовар р‑нындағы ауыл, Ҡарғалы а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 29 км һәм Благовар т. юл ст. Көнб. табан 16 км алыҫлыҡта Ҡарғалы й. (Сәрмәсән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 3854 кеше; 1920 – 2870; 1939 – 828; 1959 – 348; 1989 – 174; 2002 – 183; 2010 – 259 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Ҡарғалы урта мәктәбе, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 1773 й., 1777 й. керҙәшлек килешеүҙәре б‑са Ҡазан даруғаһы Ҡаңлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Ҡазан һәм Воронеж губ. килгән татарҙар һәм мишәрҙәр нигеҙ һала. 1865 й. Яңы Ҡарғалы булараҡ теркәлгән, 180 йортта 1297 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, ылаусылыҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 3 мәсет, мәҙрәсә, ел тирмәне булған. 1906 й. 3 мәсет, министрлыҡ мәктәбе теркәлгән. 1920 й. (хәҙ. исемдә) халҡы Баҡса, Ҡарғалыбаш, Ҡарғалытамаҡ ҡасабалары, Түбәнге Ҡарғалы а. халҡы м‑н бергә иҫәпкә алынған. Ә.Еники, Ғ.Х.Йәнекәев, Р.Ғ.Йәнекәев, Х.К.Йәнекәев, И.Н.Ниғмәтуллин, Ғ.Н.Тереғолов, Р.Ғ.Тереғолов, Б.Х.Әхмәтова ошо ауылда тыуған.

Ә.Р.Ғайсин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Яндекс.Метрика