ҮРГЕ ҠАНҺӨЙӘР, Балтас р‑нындағы ауыл, Тусыбай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 20 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 91 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 709 кеше; 1920 – 811; 1939 – 656; 1959 – 479; 1989 – 296; 2002 – 274; 2010 – 211 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Һәйтәк урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, китапхана бар.

Ауылға 1834 й. һәм 1858 й. араһында Бөрө өйәҙе Ирәкте улусы Ҡанһөйәр а. (хәҙ. Түбәнге Ҡанһөйәр а.) башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Һуңыраҡ бында ш. уҡ ауыл типтәрҙәре килеп ултыра. 1865 й. 76 йортта 472 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, сауҙа кибете теркәлгән. 

Я.Н.Мөниров, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Яндекс.Метрика