ҮРГЕ ИСҠУШ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл, Түб. Исҡуш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 28 км һәм Үңкерҙе т. юл ст. (Силәбе өлк.) Көнб. табан 66 км алыҫлыҡта Исҡуш й. (Әй й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 225 кеше; 1939 — 287; 1959 — 251; 1989 — 159; 2002 — 172; 2010 — 109 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға 20 б. башында Златоуст өйәҙендә ш. уҡ өйәҙҙең Исҡуш а. (хәҙ. Түб. Исҡуш а.) кешеләре бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала.

Х.Ғ.Байморатова, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018