ҮРГЕ ИҘРИС, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Ҡолсора а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 47 км һәм Сибай т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 87 км алыҫлыҡта Һаҡмар й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 627 кеше; 1920 — 385; 1939 — 261; 1959 — 252; 1989 — 396; 2002 — 443; 2010 — 412 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ҡолсора урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1735 й. алып Иҙрис исеме (тәүге төпләнеүсе Иҙрис Тиусов исеменән) м‑н билдәле. 18 б. уртаһында Исмәғил (сотник Исмәғил Айытҡолов исеменән), 18 б. 70‑се йй. башында Иҙрис (сотник Иҙрис Иманғолов исеменән) булараҡ иҫәпкә алынған. 1795 й. 50 йортта 449 кеше йәшәгән, 1866 й. 102 йортта — 489 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 20 б. башында Түб. Иҙрис бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң, хәҙ. исемен ала. Ғәбит сәсән, Г.С.Фәйзуллина, Х.Һ.Халиҡов ошо ауылда тыуған.

Р.И.Үтәғолов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов