ҮРГЕ ЗӘЙЕТ, ауыл, 1940 й. алып Октябрьский ҡ. эсендә.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡыр‑Йылан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1773 й. алып Зәйет исеме м‑н билдәле (керҙәшлек килешеүе б‑са бында һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән хеҙмәтле татарҙар күсеп ултыра). 1795 й. 44 йортта 264 кеше йәшәгән, 1865 й. 110 йортта – 628 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 2 училище, ел тирмәне булған. 1906 й. мәсет, тимерлек, мөгәзәй теркәлгән. 30‑сы йй. алып хәҙ. исеме м‑н иҫәпкә алынған. Халҡы: 1906 й. – 1124 кеше; 1920 – 1329; 1939 – 989 кеше. 1940 й. ҡарата  Туймазы р‑ны Үрге Зәйет а/с үҙәге булған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика