ҮРГЕ ӘҮРЕЗ, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Түбәнге Әүрез а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 31 км һәм Шафран т. юл ст. К.‑Көнс. табан 8 км алыҫлыҡта Әүрез й. (Дим й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 638 кеше; 1920 – 838; 1939 – 521; 1959 – 478; 1989 – 138; 2002 – 124; 2010 – 99 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Клуб бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Яйыҡ‑Ҫыбы‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1765 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Әүрезбаш исеме м‑н мишәрҙәр нигеҙ һала. 1865 й. (хәҙ. исемдә) 91 йортта 565 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, сабата үреү м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 3 һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Яндекс.Метрика