ҮРГЕ ӘҮЖӘН, Белорет р‑нындағы ауыл, Үрге Әүжән а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 96 км һәм Белорет т. юл ст. К.‑Көнб. табан 108 км алыҫлыҡта Оло Әүжән й. буйында, Стәрлетамаҡ—Белорет—Магнитогорск автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 8509 кеше; 1920 — 7980; 1939 — 5171; 1959 — 5990; 1989 — 3136; 2002 — 2576; 2010 — 2024 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Үрге Әүжән урта мәктәбе, 2 балалар баҡсаһы, музыка мәктәбе, физкультура‑һауыҡтырыу комплексы, участка дауаханаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, сиркәү (Ҡазан Богородица сиркәүе, 18 б. уртаһы, архитектура ҡомартҡыһы) бар.

Ауылға 18 б. уртаһында Әүжән-Петровск заводтары эргәһендәге торама булараҡ нигеҙ һалына. Үрге Әүжән‑Петровск заводы исеме м-н билдәле була. 1866 й. 735 йортта 5765 кеше йәшәгән. Сиркәү булған. 1900 й. ш. уҡ 3 мәктәп, 2 һыу тирмәне теркәлгән; ауылда улус идараһы урынлашҡан. 30‑сы йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә. 1942 й. алып ҡала тибындағы ҡасаба, 2005 й. хәҙ. статусын ала. В.Ф.Коновалов, П.В.Кудимов, Н.К.Лисовский, Д.П.Плотников ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.