ҮРГЕ ӘРМЕТ, Ишембай р‑нындағы ауыл, Әрмет а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 49 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 47 км алыҫлыҡта Кесе Әрмет й. (Егән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 696 кеше; 1920 – 830; 1939 – 1086; 1959 – 853; 1989 – 568; 2002 – 534; 2010 – 382 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Түбәнге Әрмет урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 18 б. 30-сы йй. алып билдәле. 1747 й. һәм 1754 й. керҙәшлек килешеүҙәре б‑са Ү.Ә. типтәрҙәр килеп ултырған (улар һуңынан Юрматы улусының башҡа ауылдарына күсеп киткән). 1795 й. 19 йортта 103 кеше йәшәгән, 1865 й. 26 йортта – 289 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. шулай уҡ һыу тирмәне, 2 бакалея кибете теркәлгән; шөғөлдәр араһында ылаусылыҡ булған. 30‑сы йй. ҡарата 19 б. уртаһында нигеҙләнгән Урта Әрмет а. (1920 й. 678 кеше иҫәпкә алынған) м-н ҡушылған. З.Ғ.Ғәбиҙуллин, Ф.Ғ.Мырҙаҡаев ошо ауылда тыуған.

Н.Ғ.Фәйзуллин, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика