ҮРГЕ ӘБСӘЛӘМ, Дыуан р‑нындағы ауыл, Арый а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 8 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 83 км алыҫлыҡта Әнйәк й. (Әй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 667 кеше; 1920 – 419 (Түб. Әбсәләм а. халҡы м‑н бергә иҫәпкә алынған); 1939 – 87; 1959 – 68; 1989 – 65; 2002 – 98; 2010 – 103 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға 18 б. 2-се ярт. Себер даруғаһы Һарт улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Әбдүсәләм исеме (тәүге төпләнеүсе Әбдүсәләм Әбүталипов исеменән) м‑н нигеҙ һала. 1795 й. 13 йортта 103 кеше йәшәгән, 1865 й. 73 йортта – 432 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. Әбсәләм булараҡ теркәлгән; мәсет, мануфактура кибете булған. 20 б. 20‑се йй. Түбәнге Әбсәләм бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Яндекс.Метрика